+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 18:16

Башҡорт милли кейемдәрен стикерҙарҙа һәм буяу дәфтәрҙәрендә күрәсәкбеҙ!

Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре көнөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле беҙҙе бер юлы ике шатлыҡтлы яңылыҡ менән ҡыуандырҙы.

Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре көнөндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле беҙҙе бер юлы ике шатлыҡтлы яңылыҡ менән ҡыуандырҙы.
Сағыу стикерҙарҙа, буяу дәфтәрҙәрендә (раскраска) милли бейеүҙәрҙең һынланышы, милли кейемдәрҙең төрлөлөгө сағыласаҡ. Улар балалар һәм үҫмерҙәр аудиторияһына арналған - шул рәүешле мәҙәниәткә иғтибар бермә-бер артыр.
"Буяу дәфтәрен булдырыу идеяһын рәссам Азат Ҡужин тәҡдим итте, ә беҙ ансамблебеҙ репертуарында булған бейеүҙәрҙе сағылдырған стикерҙар эшләүен һораныҡ", - ти бейеү коллективының матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Был эшкә Мәскәүҙән йәш рәссам Илмира Бохарбаеваны ла йәлеп иткәндәр. Тиҙҙән 10-шар стикерҙан торған ике йыйылма донъя күрә.
Читайте нас: