+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 12:23

Матур йәшәү үҙебеҙҙән тора

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты – ҡала биләмәһен комплекслы үҫтереү, халыҡ күпләп ял итерлек уңайлы урындар булдырыу. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү тәү сиратта граждандарҙың иңенә һалына: төҙөкләндереләсәк тораҡ пункттарҙа ниндәй эштәр башҡарыу кәрәклеге тураһында улар үҙҙәре ҡарар сығара.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Төҙөлөш министрлығы 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төбәктәр рейтингын төҙөнө. Беренсе урынды – Мәскәү, икенсене – Калуга, өсөнсө урынды Тула өлкәһе яуланы. 84 төбәк араһында Башҡортостан Республикаһы һигеҙенсе урында.
Рейтинг 35 күрһәткес буйынса төҙөлә. Унда проектты тормошҡа ашырыуҙа муниципаль берәмектәрҙең өлөшө, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар һаны, компетенция үҙәктәрен төҙөү, ирекмәндәрҙе йәлеп итеү һ.б.шарттар иҫәпкә алына.
2018 йыл менән сағыштырғанда 25 төбәк позицияларын яҡшыртҡан, улар араһында беҙҙең республика ла бар.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: