Һуңғы тәүлектә 22 кешелә COVID 19 вирусы инфекцияһы табылған. Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда был сир менән ауырыусылар һаны Рәсәйҙә лә, доньяла ла өҫтәлгән. Башҡортостанда 213 кешелә коронавирус бар. Шуларҙын 14 - һауыҡҡан. 8 вафат булған. Рәсәйҙә был ауырыусылар һаны 32 008 кешегә еткән (тәүлек эсендә +4 070 кеше).