-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 17:08

Бикле дауахананан ҡасҡандар...

Баш ҡаланың Киров районы судында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан үҙ белдеге менән сығып киткән пациенттарҙы хөкөм иткәндәр.

Баш ҡаланың Киров районы судында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан үҙ белдеге менән сығып киткән пациенттарҙы хөкөм иткәндәр.
Карантинға ябылған учреждениенан башбаштаҡлыҡ күрһәтеп сығып киткән пациенттар (икенсе сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, был кешеләр - учреждение хеҙмәткәрҙәре) тураһында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә мәғлүм булғас, эште судҡа тиклем еткергәндәр. Процесс дистанцияла ойошторолған. Пациенттар, беҙҙе табиптар рәсми рәүештә ҡайтарҙы, тип иҫбатларға тырышҡан. Әммә судта асыҡланыуынса, ете пациенттың алтыһы тулы медицина тикшереүе үтмәгән, әммә был уларға үлемесле коронавирус таралған дауаханананан ҡасып китергә бер ҙә ҡамасауламаған.
Һөҙөмтәлә, судья алты ҡасҡалаҡты мәжбүри госпитализацияларға тигән ҡарар сығарған. Улар кәмендә киләһе ике аҙнаны дауаханала үткәрәсәк. Әгәр анализдары кәмендә ике тапҡыр коронавирусҡа кире һөҙөмтә күрһәтһә, пациенттарҙы рәсми рәүештә өйҙәренә ҡайтарасаҡтар. Бер пациентҡа иһә, анализ һөҙөмтәләренә ҡарап, судья өйҙә ҡалырға рөхсәт иткән.
Суд ҡарары шунда уҡ көсөнә ингән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: ufa1.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: