+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 14:54

РЕСПУБЛИКАЛА 252 КЕШЕЛӘ КОРОНАВИРУС

Һуңғы тәүлектә 39 кешелә COVID 19 вирусы инфекцияһы табылған.

Республикала Һуңғы тәүлектә 39 кешелә COVID 19 вирусы инфекцияһы табылған тип хәбәр итәләр стопкоронавирус.рф порталында. Башҡортостанда 252 кешелә коронавирус бар. Шуларҙын 14 - һауыҡҡан. 8 вафат булған.
Рәсәйҙә был ауырыусылар һаны 36 793 кешегә еткән (тәүлек эсендә +4 785 кеше).
Башҡортостанда бөгөнгә КОВИД-19 таралыу буйынса өс сығанаҡ асыҡланған. Улар – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы һәм Нефтекама психоневрология интернаты. Был хаҡта 17 апрелдә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Венер Изикаев хәбәр итте.
фото: РБК
Читайте нас: