Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бынан алда Рәсәй Федерацияһы президенты февралдә Череповец ҡалаһында йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыу йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген раҫланы. Йөкләмә пункттарының береһе – Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закондың «студенттарҙы белем биреү эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға рөхсәт биреү» өлөшөнә ҡағылышлы 46-сы һәм 108-се статьяларына үҙгәрештәр индереүҙе тиҙләтеү тәҡдиме.