+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 14:05

Үҫмер бала юғалған

Алмас Сәләховты ике тәүлек туғандары, ирекмәндәр эҙләй. 14 йәшлек үҫмер Иглин районы Балтика ауылы тирәһендә юғалған.

Алмас Сәләховты ике тәүлек туғандары, ирекмәндәр эҙләй. 14 йәшлек үҫмер Иглин районы Балтика ауылы тирәһендә юғалған. "Башҡортостан Республикаһында юғалған балаларҙы эҙләү" ирекмәндәре әйтеүенсә, Алмастың район үҙәгенә юлланыуы мөмкин. Ул У363СХ дәүләт номерлы "Лада гранта" автомобилен йөрөтә (14 йәшлек үҫмер?!)
Буйы - 155 см, ябыҡ, һоро күҙле, һоро сәсле, ирене өҫтөндә һул яҡтан миңе, эсендә һуҡыр эсәгенә эшләнелгән операциянан ҡалған йөй бар.
Алмастың өҫтөндә - ҡабырға тирәһендә ҡыҙыл буйлы,"Supreme" яҙыулы ҡара төҫтәге куртка, ҡарағусҡыл-күк төҫтәге салбар.
Үҫмерҙе күргән, йәки уның ҡайҙа икәнлеген белгән кешеләр 02 (стационар телефон), 020 ( мобиль телефон), йәки 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87 телефондарына шылтыратып, хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Тағы бер үҫмерҙе - Өфөнән Мксимилиан Никитинды 2 апрелдән алып уның яҡындары эҙләй. 16 йәшлек үҫмер Волга буйы дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалы ятағынан сыҡҡан һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.
Бөгөн иртән Эске эштәр министрлығының төбәктәге идаралығы, 11 апрелдән алып хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған 15 йәшлек Благовещен районы ҡыҙы Әнилә Ғәйфуллина табылды, тигән шатлыҡлы хәбәр еткерҙе. Ҡыҙ иҫән-һау, уның 9 көн буйы ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр юҡ.
Балалар! Зинһар, үҙҡурсаланыш осорон өйҙән, ишек алдынан сыҡмай ғына үткәрһәгеҙ ине. Ата-әсәйҙәрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы хафаға, ҡайғыға һалмағыҙ!

Читайте нас: