+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 16:34

Радий Хәбиров насар өлгәшкән уҡыусыларға "Икеле" ҡуйырға рөхсәт итте

Бөгөнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә уҡыусыларға бирелгән өйгә эштәрҙе кәметеү, өйгә эштәрҙе эшләмәгән балаларға билдә ҡуйыу тураһында һүҙ барҙы.

Уҡыу сиреге башында Башҡортостан етәксеһе балаларға , өйҙә уҡыу системаһы яйға һалынмайынса "Икеле" билдәһен ҡуймай торорға кәңәш иткәйне. Бөгөн иһә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин олайн уҡыу процесының бер ни тиклем ипкә килеүе тураһында әйтте.
"Уҡыусыларҙың онлайн-дәрестәргә инеүен тикшерҙек. 17 апрелдә 47,7 мең дәрес үткәрелде һәм унда 380 меңдән ашыу бала ҡатнашты (был һан дөйөм уҡыусылар һанының 80% тәшкил итә). 14 дәрес кенә "өҙөлдө", шуларҙың өсәүһе электр энергияһы булмау арҡаһында булманы. Өҫтәмә белем алған уҡыусылар һаны ла артты - 91 мең бала предмет дәрестәренән тыш шөғөлләнә", - тине Айбулат Вәкил улы бөгөнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Айбулат Хажин кәңәшмәлә ата-әсәләрҙең балаларға бирелгән өйгә эштәрҙе кәметергә ине, тигән үтенесен күҙ уңына алыныуы тураһында әйтеп үтте. "Мәғариф һәм министрлығы уҡыусыларға һалынған йөкләмәне кәметеү өҫтөндә эш алып бара", - тине ул.
Мәғариф һәм министрының һүҙҙәренә өҫтәп, Радий Хәбиров: "Балаларҙың дәрестәре өҙөлмәһен өсөн Интернет-провайдерҙарҙы ауылдарға һәйбәт тиҙлекле Интернет менән тәьмин итеүгә йәлеп итергә кәрәк" - тине. Шулай уҡ ул бөгөндән бирелгән өйгә эштәрҙе үтәмәгән балаларға "Икеле" билдәһен ҡуйырға ла була, тик алдағы ике аҙналағы өсөн был билдә ҡуймаҫҡа, тине.
Читайте нас: