+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 14:22

Ура! Гәзит-журналға льготалы яҙылыу декадаһы башланды!

Бөгөндән алып 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы сиктәрендә баҫма матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу декадаһы старт алды. Өйҙән сыҡмай ғына онлайн-режимда льготалы шарттарҙа "Аманат"ҡа яҙылып ҡуйығыҙ! Нисекме? Сайттағы видеоны ҡарайбыҙ!

Көтмәгәндә бөтөн кешене өйҙәренә бикләгән тажвирустың ҡотороуы матбуғатҡа 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу барған ваҡытҡа тура килде. Кешеләргә, өй тирәһенән йыраҡ китмәй, аҙыҡ-түлек, дарыу алыу һәм эт “һуғарыу” өсөн генә тышҡа сығырға ярай, әммә почтаға барыу тураһында һүҙ бармай. Почтальондар ҙа элеккесә өй беренсә гәзит-журналдарға яҙҙырып йөрөмәй. Шул арҡала “Аманат”ҡа яҙылыу бик һүлпән бара. Хөрмәтле атайҙар, әсәйҙәр, олатайҙар, өләсәйҙәр, һәр саҡ беҙҙең таянысыбыҙ булған уҡытыусылар, китапханасылар, бындай ваҡытта алдынғы илдәрҙә күптән ҡулланылған ысул менән интернет аша журналға яҙылырға саҡырабыҙ, Бүтәндәрҙе лә ошолай яҙылырға өндәүегеҙҙе һорайбыҙ.
Әйткәндәй, бөгөндән алып 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы сиктәрендә баҫма матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу декадаһы старт алды. Өйҙән сыҡмай ғына онлайн-режимда льготалы шарттарҙа "Аманат"ҡа яҙылып ҡуйығыҙ! Әгәр 20-30 апрелдә "Аманат"ҡа яҙылып өлгөрһәгеҙ, оторһоғоҙ: 350 һум да 28 тин урынына ни бары 309 һум да 60 тингә генә ярты йыл буйы яратҡан журналды алдырыу бәхетенә ирешерһегеҙ!
Журналдың индексы: П2706.

Читайте нас: