Владимир Ильич Ленин (төп фамилияһы Ульянов; 22 апрель 1870 йыл — 21 ғинуар 1924 йыл — совет дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, революционер, философ, марксист һәм публицист. Марксизм-ленинизм классиктарының береһе, Рәсәйҙә большевиктар партияһын ойоштороусы, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының (СССР һәм РСФСР хөкүмәтенең) председателе. Өсөнсө (Коммунистик) Интернационалды ойоштороусы һәм уның идеологы.