+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 00:27

Иғтибар! Конкурс! Ғаризалар биреүгә 10 көн генә ҡалды!

Был конкурста ҡатнашыу - изге эштәр башҡарыусыларға үҙ проекттары өсөн 2 миллион һумғаса аҡса алыу мөмкинлеге бирәсәк.

“Рәсәй ирекмәне” Бөтөн Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеүгә 10 көн генә ҡалды!
Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлығы (Росмолодежь) илдә ирекмәнлек башланғысына булышлыҡ итеү маҡсатынан мөһим һәм масштаблы грантлы “Рәсәй ирекмәне - 2020” Бөтөн Рәсәй конкурсы ойоштора.
“Рәсәй ирекмәне” Бөтөн Рәсәй конкурсына ғаризалар 2020 йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителә.
Был конкурста ҡатнашыу ирекмәнлек менән шөғөлләнгән 8 йәштән өлкән Рәсәй граждандары (мәктәп уҡыусылары, студенттар, эшсе йәштәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йәш уҡытыусылар, йәштәр сәйәсәте органдары, учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, үҫмерҙәр өсөн клуб тәрбиәселәре, һ.б.) ғөмүмән, изге эштәр башҡарыусылар үҙ проекттары өсөн 2 миллион һумғаса аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
Анкетаны «DOBRO.RU» (https://contests.dobro.ru/dr) сайты аша тултырырға мөмкин.
Бөтөн һорауҙар буйынса Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәргә булышлыҡ итеү республика үҙәге белгестәренә мөрәжәғәт итергә: Фәтхиева Ләйсән Роберт ҡыҙы, моб.: +7 (917) 486-09-46, Фәрхетдинова Екатерина Сергеевна, моб.: +7 (937) 489-96-06, эш телефоны: +7 (347) 246-56-31.
Читайте нас: