+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 12:56

Оҫталыҡты өйҙән сыҡмай ғына камиллаштырасаҡтар

Сәнғәт эшмәкәрҙәре онлайн рәүештә ГИТИС-тағы Даими белем алыу үҙәге ярҙамында уҡыясаҡ.

Рәсәй театр сәнғәте институты (ГИТИС) Б. Щукин исемендәге театр институты менән берлектә актерҙар өсөн белемдәрен камиллаштырыу буйынса онлайн дәрестәр ойоштора, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
Сәнғәт эшмәкәрҙәре онлайн рәүештә ГИТИС-тағы Даими белем алыу үҙәге ярҙамында уҡыясаҡ. Был үҙәк үткән йылда Рәсәй һәм яҡындағы сит ил театрҙарынан 850 белгес әҙерләүгә өлгәшкән.
Курсты тыңлаусыларға өс программа тәҡдим ителәсәк: актерлыҡ оҫталығы, сәхнә телмәре һәм сәхнә хәрәкәте. Һәр бер программаға 16 сәғәт бүленгән.
Проекттың төп маҡсаты – театрҙар эшмәкәрлеген туҡтатып торорға мәжбүр булған осорҙо файҙаланып, актерҙарҙың белемен камиллаштырыу. Улар, үҙ сираттарында, курс үтергә теләһә, [email protected] электрон почтаһына “Программа 16 часов” билдәһе менән хат ебәрергә тейеш.
Фото: autogear.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: