-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 17:06

Бөгөн Рамаҙан айы башланды!

Изге Рамазан айы Мөбәрәк булһын. Рамаҙан айы йөрәктәребеҙҙе иман нурында нурлаһын, йорттарыбыҙ хәйер-бәрәкәт менән тулһын, тик изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын!

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
Изге Рамаҙан айы башланды. Ислам динендә Рамаҙан айында ураҙа тотоу мосолмандарға фарыз ҡылына. Ураҙа – исламдағы биш шарттың береһе, Рамаҙан айы – ун ике айҙың солтаны. Был айҙың мәғәнәһе – яныу. Сөнки ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәр­ҙең гонаһтары ярлыҡаныр һәм юҡ ителер. Ураҙаның асылы – йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән тыйылып тороуҙың, аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнлеген аңлатыу, нәфсегә хужа булыр­ға өйрәтеү. Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде, уйҙарҙы таҙартыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе ҡушмаҫ. Ураҙа менән нәфсене лә, шайтанды ла еңеп була. Алла юлында бер көн ураҙа тотҡандың тәнен йәһәннәмдән етмеш йылға алыҫлатыр. Ун бер ай дауамында ашҡаҙан, уға бәйле ағзалар ял итер, сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Ураҙала фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге лә тыуыр. Ул ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр. Ураҙаның кешегә йоғонтоһон тикшергән Европа ғалимы уны «бысаҡһыҙ башҡарылған операция» тип атай. Ураҙала булыу – бөтөн насарлыҡтарға ҡаршы ҡалҡан. Ғәйбәт һөйләүселәрҙең дә, тыңлаусыларҙың да гонаһы уртаҡ, шуға ла ғәйбәт һөйләүселәрҙән һәм хәрәм, файҙаһыҙ нәмәләрҙән йөрәкте һаҡлау кәрәк. Рамаҙан айында йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр. Ураҙа тотоуҙан бәлиғ булмаған балалар, ураҙа тоторға хәле булмаған оло кешеләр, сирлеләр, йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар, сәфәрҙә булыусылар азат. Ауыҙ асыу, ифтар мәжлестәренә туғандарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе, ураҙа тотоусы башҡа таныштарығыҙҙы саҡырығыҙ. Ҡунаҡтар саҡырып һыйлаған, йомартлыҡ күрһәткән кешеләр гонаһтары кисерелеүгә өмөт итә ала. Ауыҙ асыусылар араһында доғалар, Ҡөрьәнде белгән кешеләр булыуы мөһим, сөнки табында аят уҡыла. Ураҙа айы тамамланғас, һәр кемебеҙгә фитыр саҙаҡаһы биреү фарыз. Ул Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, был айҙа иҫән-һау йәшәү хөрмәтенә бирелә. Уны байрамға тиклем етемдәргә, мохтаждарға бирергә кәрәк. Тормош – ул изгелек, яҡшылыҡ ярышы, ғүмерҙең хәйерлеһе – Аллаһы Тәғәлә әмерендә, ғибәҙәттә үткәргән көндәр һәм кистәр. Рамаҙан айында изгелектә ярышайыҡ. Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ, тормошобоҙға бәрәкәт ҡун­һын! Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын.
Читайте нас: