+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 17:04

Беҙҙә ундай ғөрөф-ғәҙәт юҡ

Бөгөндән алып бөтөн мосолман донъяһы Рамаҙан айына аяҡ баҫты. Тик изге ай башланыр алдынан социаль селтәрҙәрҙә "Үпкәң булһа, ғәфү ит, асыуландырһам, ярлыҡай күр" тигән кеүек постар (йышыраҡ урыҫ телендәге асылмалар) таратыусылар күбәйҙе.

Бөгөндән алып бөтөн мосолман донъяһы Рамаҙан айына аяҡ баҫты. Тик изге ай башланыр алдынан социаль селтәрҙәрҙә "үпкәң булһа, ғәфү ит, асыуландырһам, ярлыҡай күр" тигән кеүек постар (йышыраҡ урыҫ телендәге асылмалар) таратыусылар күбәйҙе.
Урыҫтарҙың да үҙенә күрә ураҙаһы бар һәм ул Пасха байрамына тиклем булды. Ә уға тиклемге аҙаҡҡы йәкшәмбе христиан динендә "Прощеное воскресенье" тип йөрөтәләр. Бәғзеләр, ике диндең тәғлимәттәрен бутап, кисәге көн бер-береһенә "үпкәң булһа, ғәфү ит, асыуландырһам, ярлыҡай күр" тигән кеүек постар (йышыраҡ урыҫ телендәге асылмалар) таратып геү килде.
Әлбиттә, кемгәлер уйламаҫтан ауыр һүҙ әйтһәгеҙ, яңылыштан үпкәләтһәгеҙ, ваҡытында ғәфү үтенә белергә кәрәк. Тик шаблонға һалынған асылмалар ярҙамында түгел. Ул һүҙҙәр йөрәкт төпкөлөнән сыҡҡан булырға тейештер.
Читайте нас: