+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 13:22

Әбйәлил урмансылары “Хәтер баҡсаһы”нда

Башҡортостан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы урман культуралы миҙгелен асты.

"Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы урман культуралы миҙгелен асты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр 14,2 мең гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү һәм 7,4 мең гектарҙа ағас ултыртыу планлаштырылды.
Кисә Әбйәлил урмансылығының ҡырҡлаған хеҙмәткәре 1,5 гектар майҙанда 6 мең төп ҡарағай һәм шыршы үҫентеһе ултыртты. Урмансылыҡ етәксеһе Зариф Абдуллин белдереүенсә, улар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһына үҙ өлөштәрен индерҙе.
-Бында бер нисә йылдан Еңеү яугирҙәре иҫтәлегенә ултыртылған ағастар шаулаясаҡ. Иртәгә шулай уҡ райондан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары хөрмәтенә ағастар ултыртыласаҡ, - ти Зариф Абдуллин.
Фото: Башҡортостан урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: