+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 16:07

Әкиәт һөйләргә әүәҫтәрҙе "Һаумы, һаумы, әкиәт!"кә саҡырабыҙ!

Илдә үҙҡурсаланыш режимы урынлаштырылғанға күрә, быйыл конкурс онлайн форматта үтә. Унда ҡатнашыу өсөн әкиәт һөйләүсене видеоға төшөрөп, ебәрергә кәрәк булыр. Тулыраҡ - беҙҙең сайтта.

Ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, әкиәт яратыусы кескәй дуҫтарыбыҙ! Түҙемһеҙләнеп көтөп алған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсы старт ала. Быйыл конкурс онлайн форматта үтә.
Конкурс бер-нисә номинацияла ойошторола:
1. Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр (хэштегтар – #минәкиәтһөйләйем, #ярассказываюсказку).
2. Әкиәтте фольклор коллектив менән сәхнәләштереүселәр (#әкиәтфольклорколлектив, #сказкафольклорныйколлектив).
3. Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереүселәр (#ғаиләбеҙәкиәтһөйләй, #сказкувсейсемьей).
4. Мультипликацион һәм анимацион фильмдар (#әкиәт_йәнһүрәт).
5. Буктрейлерҙар конкурсы “Минең яратҡан әкиәтем” (#әкиәт_буктрейлер, #сказка_буктрейлер).

Сығыш ваҡыты – 5 минутҡа тиклем. Видеояҙмаларҙың конкурс логотибы менән башланып китеүен һорайбыҙ. Логотипты конкурстың https://vk.com/public181251076 “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсы төркөмөндә табырға була. Видеояҙмаларҙы ла тап ошо төркөмдә көтәбеҙ. Эштәрегеҙҙе ХЭШТЕГТАР менән билдәләргә онотмағыҙ.

Видеояҙмаларҙы Инстаграмда ла #ҺаумыӘкиәтҠалаКонкурсыӨфө, #ЗдравствуйСказкаГородской КонкурсУфа хэштегтары менән баҫтырһағыҙ икеләтә шәп булыр ине!
Шулай уҡ “Авторлыҡ әкиәттәр” конкурсына балалар үҙҙәре ижад иткән әкиәттәрҙе [email protected] почтаһында көтәбеҙ.

“Донъя халыҡ әкиәттәре” һүрәттәр конкурсына эштәрҙе Инстаграмда #минәкиәтяратам, #ялюблюсказку хэштегтары аҫтында ҡабул итәбеҙ.
Конкурс эштәрен 15 майға тиклем ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Эштәр конкурс положениеһына ярашлы булыуы мотлаҡ. Уңыштар барығыҙға ла!
Бәйгене ойоштороу комитеты.
Читайте нас: