+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 15:05

Башҡортса онлайн-диктант яҙҙыҡ

Бөгөн Ер шарында йәшәүсе башҡорт халҡы туған телендә онлайн-диктант яҙҙы. "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре лә был саранан ситтә ҡалманы.

Бөгөн Ер шарында йәшәүсе башҡорт халҡы туған телендә онлайн-диктант яҙҙы. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телендә тәбрикләне.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сарала ҡатнашыу өсөн 91350 кеше теркәлгән. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Төркиә, АҠШ, Швейцария, Германия кеүек сит илдәрҙән милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
"Аманат" журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин диктант яҙа.
Туған телде башланғыс кимәлдә өйрәнеүселәр өсөн Нур Ғәлимовтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” хикәйәһенән өҙөктө мультиинструменталист, музыкант Заһир Зәйнетдинов (Zainetdin) уҡыны.
Туған телдә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн диктант тексын Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Хәбәрҙәр” телепрограммаһын алып барыусы Флүрә Мурзина уҡыны. Ул Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” документаль повесынан өҙөк тәҡдим итте.
Яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе Марсель Сәлимов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр өсөн “Ул халҡына мәңгелек дан китерде” тексын уҡыны.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла яҙҙы.
Төньяҡ-көнбйыш диалектында диктант яҙыу тураһында “Без – башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе, Гәрәй ырыуы башҡорто Радик Бәхтиев:
- Үҙ һөйләшеңдә, үҙ туған ереңдә халҡыңдың бер өлөшө булып диктант яҙыу – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Хатта тәүге ыңғай аҙымдарҙың, еңеүҙәребеҙҙең береһе. Күпме мөмкин был халыҡҡа: “Без башҡортлар, безне башҡорт дип санагыз инде!” – тип аңлатырға. Бөгөн беҙ республика етәкселегендә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яҡлау таптыҡ. Беҙ барыһына ла был диалект бар, ул һөйләштә аралашҡан башҡорттар бик күп булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Ҡайһы бер башҡорттар хатта үҙҙәренең башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәнен белмәй ҙә. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Беҙ бөгөн ошо эш менән дә шөғәлләнәбеҙ. Күптәре шәжәрәһен өйрәнә башлап, башҡорт икәнлеген белеп ҡала һәм ни өсөн башҡа телдә белем алғандарын аңлап та бөтмәй. Шуны ла халыҡҡа аңлатабыҙ. Бына бөгөн ҡурсаланыу мәлендә өйҙә ултырғанда, күберәк халыҡты был сараға йәлеп итеү өсөн уңайлы осор, - тип әйткәйне.
Диктанттарҙы ҡайҙа тикшерегә ебәрергә?
Диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, акцияның сайтында теркәлеү үткән шәхси кабинет аша ебәрергә кәрәк (https://bashkdictant.ru). Теркәлеү үткәндәргә сайтта шәхси кабинеттарҙа йәки электрон почта аша диктантта ҡатнашыу тураһында электрон сертификаттар ебәрелә. Акцияның рәсми йомғаҡтары 30 көн эсендә акцияның сайтына ҡуйыла.
Шулай уҡ эштәрҙе 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем [email protected] электрон почтаһына йәки Whatsapp мессенджерының +7 (927)950-02-66 һандарына ебәрергә мөмкин. Сайтта алдан теркәлмәгән диктант яҙыусылар ҙа үҙҙәренең эштәрен ебәрә ала.
Диктантты онлайн режимында яҙыуға өлгөрмәгәндәргә тура эфирҙың видеоһын рәсми сайтта 2020 йылдың 26 апреленә төнгө 12 тула 1 минутҡа тиклем (Өфө ваҡыты) ҡарарға була.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да ғаиләһе менән диктант яҙҙы.
Читайте нас: