+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 12:46

Диктант яҙырға әҙерһегеҙме? 10 минут ҡалды!

Дуҫтар! Диктант яҙыусыларға махсус сертификат бирелә. Тик уның өсөн https://cabinet.bashkdictant.ru/bash/participant-profile.html һылтанмаһы буйынса текрәлеп өлгөрөргә кәрәк.

Бөгөн сәғәт 11.00 башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола. Башҡа йылдағыларҙан айырмалы, быйыл беҙгә диктанттың тексын экрандан уҡыясаҡтар. БСТ каналында диктант яҙыу өс этаптан торасаҡ:
- Телде башланғыс кимәлдә өйрәнеүселәр өсөн сәғәт 11.00 алып 11.25 тиклем диктант тексы уҡыласаҡ;
- Башҡортса иркен аралашыусылар диктантты 11.30 - 11.55 сәғәттә яҙа;
- Төньяҡ-көнбайыш район диалектында аралашыусылар 12.00 алып 12.20 тиклем диктант яҙасаҡ.
Текс тикшереүгә ебәрер өсөн bashkdiktant.ruты сайтында шәхси кабинет булдырырға һәм диктант тексы яҙылған ҡағыҙ битен скан аша үткәреп, йәки уны фотоға төшөрөп, шәхси кабинетта ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ диктанттың скан-күсермәһен йәки фотоһын [email protected] электрон почтаһына йәки +7 (927) 950-02-66 номеры буйынса WhatsApp ҡушымтаһы аша ебәрергә була. Эштәр до 26 апрель киске сәғәт 23:59 тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: