-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 11:24

Хәрәкәтһеҙ тормош юҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһы яңы аппарат менән йыһазландырылды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 4-се балалар поликлиникаһы яңы аппарат менән йыһазландырылды. Ул терәк-хәрәкәтләнеү һәм нервы системаһы сирҙәрен дауалау өсөн тәғәйенләнгән.
Балаларҙы дарыуҙар, массаж һәм дауалау физкультураһы менән һауыҡтырыуҙан тыш, аяҡ-ҡулдар хәрәкәтен махсус аппаратура ярҙамында тергеҙеү мөмкин буласаҡ. Ҡорамал ете йәштән өлкәнерәк балалар өсөн тәғәйенләнгән.
"Беҙҙә церебраль фалиж, төрлө имгәнеүҙәрҙән яфаланған балалар бар. Был аппарат ярҙамында уларҙың хәрәкәтләнеү функцияларын тиҙерәк тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ. Хәрәкәтһеҙ тормош юҡ, ә балаларҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫҡыһы, йүгергеһе килә", - ти поликлиника мөдире Гүзәл Мәғрүпова.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в