-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2020, 12:05

Бәләбәй дауаханаһында Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы кеүек хәл ҡабатлана

Район дауаханаһында 44 пациентта һәм табипта COVID-19 диагнозының раҫланыуын билдәләне.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында коронавирус инфекцияһы Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы сценарийы буйынса таралыуын таныны. Брифингта Роспотребнадзор вәкиле Венер Изикаев район дауаханаһында 44 пациентта һәм табипта COVID-19 диагнозының раҫланыуын билдәләне. Был республикала сирлеләр һаны буйынса икенсе урын. Беренселә – Өфө (631-ҙән 240 ).
«Унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сир сығанағы һаҡлана. Хәл Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында нисек башланған, шуның кеүек, — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова. — Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында эш ойошторолған. Ошо пациенттарҙы дауалап бөтөргә һәм ике кире һөҙөмтәне көтөргә кәрәк».
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы билдәләүенсә, эпидемиологик тикшереү башланған.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас в