Уҡыусылары БДИ-ны 100 балдан да кәм яҙмаған уҡытыусыларға 50 мең һумлыҡ премия быйылдан уҡ бирелә башлай. Бының тураһындағы
указға Башҡортостандың башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Указда аҡсалата бүләкте тәғәйенләү һәм тапшырыу тәртибе күрһәтелгән. Нисә уҡытыусыға биреләсәген, БДИ һөҙөмтәләре билдәле булғас, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хәл итә.