Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов (1895—1938) — башҡорт йырсыһы һәм композитор, йәмәғәт эшмәкәре. Йырсыларҙан беренсе булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булған. Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең тәүге быуынының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Үҙен һәләтле ойоштороусы һәм йәмәғәт эшмәкәре итеп танытҡан. Башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһы үҫешенә күп көс һалған.