+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Май 2020, 14:33

Йәйге ял быйыл нисек ойошторолор?

Быйылғы шарттарҙа балаларҙың йәйге ялы ойошторолормо? Был һорау балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә бик борсой ине.

Быйылғы шарттарҙа балаларҙың йәйге ялы ойошторолормо? Был һорау балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә бик борсой ине. Бөгөн уға Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яуап бирелде.
Шулай итеп балалар лагерҙары 13 июлдән эш башлаясаҡ. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа йә 21-шәр көнлөк ике, йә 14-шәр көнлөк өс смена ойоштороласаҡ. Был турала Хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итте.
Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янағанда, 28 марттан 1 июнгә тиклем йәйге ялға әҙерлек туҡтап торғайны. Һауыҡтырыу ойошмаларына юлламалар һатыу ҙа туҡтатылғайны.
– Әлеге ваҡытта балаларҙың йәйгә ялы һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса ойошмалар реестрын булдырыу эше алып барыла. Бөгөнгә уға алдан планлаштырған 2630 лагерҙың 2081-е ингән. 549 лагерь инмәне, уларға эш башлар өсөн санитария-эпидемиологик ҡарар алырға кәрәк. Әммә Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре урындарға сыға алмау сәбәпле эш туҡтап торҙо, – тине ул.
Йәйге ялды ойоштороуға әҙерлек эштәрен 12 майҙан башлау күҙаллана. Шулай уҡ әгәр ата-әсә быға тиклем юллама һатып алған икән, уның өсөн аҡсаны кире ҡайтарып йәки башҡа сменаны һайлап була.
Барлыҡ лагерҙар ҙа һауаны зарарһыҙландырыу ҡорамалдары, контактһыҙ термометрҙар, антисептиктар менән тәьмин ителергә тейеш. Бының өсөн 1402 мәктәп яны лагеры өсөн 11 миллион 216 мең һум кимәлендә аҡса кәрәк.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, лагерҙарҙа ремонт эштәрен башҡарыу өсөн аҡса бүленгән, тик уларҙы артыҡ сарыфламай ғына тотонорға кәрәк.
Фото: Рәзил Бикбулатов
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: