+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Май 2020, 15:42

Стәрлетамаҡта - "Хәтер баҡсаһы"

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап иғлан ителгән “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына Башҡортостан урмансылары дәррәү ҡушылды.

Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап иғлан ителгән “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына Башҡортостан урмансылары дәррәү ҡушылды. Стәрлетамаҡ урмансылығы республикала тәүгеләрҙән булып акцияны ҡабул итте һәм Белогорск участка урмансылығында 2,1 гектар майҙанда “Хәтер баҡсаһы” ҡалҡып сыҡты. Был изге эштә ирекмәндәр ҙә ҡатнаша.
Стәрлетамаҡ урман хужалығы директоры Вәзир Сәғәҙиев белдереүенсә, улар бөтәһе һигеҙ мең ҡарағай һәм дадар ағасы ултыртҡандар. Акция барышында хәүефһеҙлек саралары ла күҙәтелә. Был майҙанда ағас ултыртыуҙа “Экология” милли проекты һәм “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса алынған урман тергеҙеү техникаһын ҡулланып, механизация алымы менән ағас ултыртҡандар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуғышта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ойоштролған “Хәтер баҡсаһы” акцияһы 22 июнгә тиклем барасаҡ. Башҡортостандан һуғышға 700 мең кеше саҡырылһа, уларҙың 300 меңе яу яландарында ятып ҡала. Рәсәйҙә акция сиктәрендә Еңеү яҙын алып килгән ватандаштарыбыҙ хөрмәтенә 27 миллион ағас ултыртыу маҡсаты ҡуйылған.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: