Стопкоронавирус.рф порталы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 80 кешелә COVID19 вирусы инфекцияһы табылған. Сирлеләр һаны 1102-гә етте. 185 кеше һауыҡҡан.
Әлеге ваҡытта бер нисә көн дауамында вафат булыусылар юҡ. Әммә май байрамдары тип, ауылға ҡайтыусылар, ҡунаҡҡа йөрөүселәр йышайыуы сәбәпле, айҙың икенсе яртыһында вирус йоҡтороусылар һаны кинәт артыуы мөмкин.
Бөгөндән башлап Башҡортостанда йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөү ҡәтғи тыйыла. Был тыйыуҙы боҙоусылар язаға тарттырыласаҡ.
Рәсәйҙә COVID19 вирусы һуңғы тәүлектә генә 10581 кешелә раҫланған. Дөйөм сирлеләр һаны 145 268 кешегә еткән.