+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2020, 19:30

Мохтажлыҡта йәшәүсе ғаиләләрҙәге 11-се синыф уҡыусыларына планшеттар таратыла

Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" программаһы сиктәрендә ойошманың төбәк идаралығына 500 планшет тапшырылды. Был планшеттар республикалағы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән.

Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" программаһы сиктәрендә төбәк идаралығына 500 планшет тапшырылды. Был планшеттар республикалағы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән.
Уҡыу планшеттары балаларҙың өйҙә уҡыуы яҡшырһын, улар сифатлы белем алһын өсөн таратыла. Сығарылыш синыф уҡыусыларына был гаджеттар айырыуса ныҡ кәрәк - уларға имтиандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә кәрәк. Уларҙы республиканың башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, Рәсәй Юристары ассоцияцияһы бүлгән аҡсаға һатып алынды.
Быға тиклем республикала йәшәүсе 200-ләгән ғаилә цифрлы техника менән тәьмин ителгәйне. Төрлө кимәлдәге депутаттар, ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған граждандар уҡыусы балаларға яңы һәм ҡулланыуҙа булған гаджеттар һатып алырға ярҙам итте, үҙҙәренең ноутбуктарын, компьютерҙарын һәм планшеттарын бүләк итте.
Өфө, Стәрлетамаҡ һәи Салауат ҡалалары хакимиәттәре мохтажлыҡ кисергән сығарылыш синыф уҡыусыларына техника менән үҙҙәре тәьмин итте. Ҡайһы бер муниципалитеттар әлеге ваҡытта күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге 9-сы һәм 11-се синыф уҡыусыларына компьютерҙар биреү мәсьәләһен хәл итә.
Читайте нас: