-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 19:11

12 майҙа Башҡортостан башлығы изоляция режимын йомшартыу буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында иғлан итә

12 майҙа Башҡортостан хөкүмәте республикала изоляция режимын йомшартыу һәм «иҡтисадты асыу» буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында иғлан итә, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров.

12 майҙа Башҡортостан хөкүмәте республикала изоляция режимын йомшартыу һәм «иҡтисадты асыу» буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙар хаҡында иғлан итә, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров.
Атап әйткәндә, эшләгән предприятиелар һанын арттырыу, балалар һәм өлкәндәр өсөн изоляция режимын йомшартыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлгән осраҡта балалар майҙансыҡтарын асыу мөмкинлеге, шулай уҡ парктарҙы һәм скверҙарҙы асыу тураһында һүҙ бара.
«12 майҙа иртән изоляция режимын йомшартыу буйынса ҡарарҙарыбыҙҙы иғлан итербеҙ, — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге ултырышта. — Уға тиклем бөтә нәмәне ентекләп өйрәнеүҙе, муниципалитеттарҙағы коллегалар менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙы, иҡтисадты асыу һәм изоляция режимы буйынса тәҡдимдәр индереүҙе һорайым».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 мартта киске сәғәт 8-ҙә Башҡортостан башлығының республика халҡын тулы изоляция режимына күсереү тураһында указы ғәмәлгә инде.
Читайте нас в