+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2020, 19:07

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 83 яңы осрағы теркәлгән

Башҡортостанда, 7 майға мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус йоҡтороуҙың 83 яңы осрағы теркәлгән.

Башҡортостанда, 7 майға мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус йоҡтороуҙың 83 яңы осрағы теркәлгән.
Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала COVID-19 менән сирләгән пациенттар һаны 1243-кә еткән.
Республикала коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (бөтә осорҙа 14 кеше).
Рәсәйҙә тәүлек эсендә сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 11 231 кешегә артҡан. Уларҙың 5471-ендә (48,7%) – бәйләнештә булған кешеләрҙә сирҙең клиник билдәләре юҡ. Шул уҡ ваҡытта 2476 кеше һауығып сыҡҡан.
Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 177 160 ауырыу асыҡланған, ә һауыҡҡан пациенттар һаны 23 803-кә еткән. Шулай уҡ бер тәүлектә 88 үлем осрағы теркәлгән. Был осорҙа Рәсәйҙә 1625 кеше коронавирустан үлгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: