+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2020, 11:05

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, балалыҡ йылдарын һуғыш афәте урлаған олатай-өләсәйҙәр һәм тыныслыҡта донъяға килеүсе балалар!

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, балалыҡ йылдарын һуғыш афәте урлаған олатай-өләсәйҙәр һәм тыныслыҡта донъяға килеүсе балалар!
Бөгөн, йәғни 9 майҙа илебеҙҙә һәм тотош донъяла бөйөклөгө һис ҡасан онотолмаясаҡ мөһим көн билдәләнә. 75 йыл элек ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың батырлыҡтары һәм тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр тырышлығы ярҙамы менән ҙур юғалтыуҙар кисереп, беҙҙең халыҡ Бөйөк Еңеү яуланы. Бөйөк азатлыҡ һуғышында ҡатнашҡандар алдында беҙ - "Аманат" журналы мөхәрририәте, хөрмәт менән баш эйәбеҙ, фронттарҙағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм тылдағы ауыр шарттарҙа ҡаҡшамаҫ ныҡлыҡ һәм рух күтәренкелеге менән ғәйәт ҙур һынауҙарҙы үткәреп, донъяға Бөйөк Еңеүҙе яулағандарҙың барыһын да тәбрикләйбеҙ.
Бөйөк Еңеүебеҙ хаҡында иҫтәлек быуаттарҙан быуаттарға нығыһын, ерҙәге изге ихтыярлы кешеләрҙең барыһын да берләштерһен, Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән батырҙарға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәхет!
Байрам, Еңеү көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар! Атҡан һәр таңыбыҙ тыныс, нурлы булһын!
Читайте нас: