+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2020, 14:59

Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларҙы һаҡлау фонды вебинар үткәрә

Бөтә Рәсәй балалалар ышаныс телефонына (8-800-2000-122) балалар һәм үҫмерҙәр төрлө һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала: яуапһыҙ тәүге хистәр, дуҫтар, тиҫтерҙәр араһындағы конфликттар, БДИ-нан ҡурҡыу, буллинг һәм кибербуллинг, депрессия... 14 майҙа Ышаныс телефонының эшмәкәрлеге тураһында вебинар буласаҡ.

14 майҙа Балаларҙы һаҡлау фонды Бөтә Рәсәй балалалар ышаныс телефонына (8-800-2000-122) арналған вебинар үткәрә.
Вебинар 14 майҙа Мәскәү ваҡыты буйынса 11-ҙә башлана. Унда пандемия шарттарында балаларға, уларҙың ата-әсәһенә психологик ярҙам күрһәтеү маҡсатында Ышаныс телефонының эшмәкәрлеге тураһында бәйән итәсәк.
Бөтә Рәсәй балалалар ышаныс телефонына (8-800-2000-122) балалар һәм үҫмерҙәр төрлө һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала: яуапһыҙ тәүге хистәр, дуҫтар, тиҫтерҙәр араһындағы конфликттар, БДИ-нан ҡурҡыу, буллинг һәм кибербуллинг, депрессия...
Уҙғарыласаҡ вебинарҙа иң йыш осраған проблемаларҙы хәл итеү юлдары, пандемия шарттарында өйҙәге йылы мөхитте һаҡлап ҡалыу, үҙҡурсаланыш тулыһынса бөтөү менән кешелекте нимәләр көтә, килеп тыуған проблемаларҙы нисек үткәреп ебәрергә - ошо темалар ҙа ҡуҙғатыласаҡ.
Вебинарҙың спикерҙары: Балаларҙы һаҡлау фонды эксперттары, төбәктәрҙәге Ышаныс телефоны хеҙмәттәрендә эшләүсе белгестәр, билдәле артистар.
Сарала ҡатнашыу - бушлай, тик алдан http://ikm6uim4.plp7.ru һылтанмаһы аша инеп, регистрация үтергә кәрәк.
Читайте нас: