-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2020, 12:00

Владимир Путин иғлан иткән ярҙам саралары

Һәр балаға бер тапҡыр 10 мең түләнә һәм Президент иғлан иткән башҡа ярҙам саралары хаҡында

Һәр балаға бер тапҡыр 10 мең түләнә һәм Путин иғлан иткән башҡа ярҙам саралары
▪3 йәштән 15 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә бер тапҡыр 10 мең түләнә. Был, килем кимәленә ҡарамаҫтан, бөтә ғаиләләргә ҡағыла. Түләүҙәр 1 июндән башлана. Уны Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Пенсия фондында юлларға мөмкин;
▪бала ҡарау буйынса минималь пособие ике тапҡырға 6700 һумға тиклем арттырыла;
▪бер кешегә килем йәшәү минимумынан түбән булған 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалы ғаиләләргә 1 июлдән түгел, ә 1 июндән айына 5,5 мең һум түләнә. Түләүҙәр йыл башынан ғәмәлдә һәм бер нисә айҙа бер юлы 33 мең һум самаһы алырға мөмкин;
▪ә айына балаға 5000 һум аҡса 3 йәшкәсә балалы бөтә ғаиләләргә бирелә. Элек уны балаһы 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр генә алырға хоҡуҡлы ине;
▪ата-әсә ваҡытлыса эшһеҙ ҡалған ғаиләләр апрель-июнь айҙарында бәлиғ булмаған һәр бала өсөн айына 3000 һум түләүгә иҫәп тота ала.
Сәйҙә Сәйәхова фотоһы: Сәйәховтар ғаиләһе, Бөрйән районы
Читайте нас: