Башҡортостанда #МаскаВПомощь республика акцияһы дауам итә. Уның барышында төбәктең 23 ҡалаһында һәм ҡала биләмәләрендә кешеләр 135 000 медицина битлеген бушлай аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, кисә, 12 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, республика битлек һатып алыу өсөн аҡса саралары бүлергә һәм ирекмәндәр тарафынан уларҙы мохтаж булған, бигерәк тә оло йәштәгеләргә таратып бирергә әҙер, тип белдергәйне. Төбәктә әлеге ваҡытта 150 мең битлек өләшелгән дә.
Бөгөн битлектәр Өфөгә килеп еткән. Улар автобустарҙа дүрт йүнәлеш буйынса юлға сығарылып, зоналағы ирекмәндәр үҙәктәренә еткерәсәк. Ирекмәндәр иһә 13 һәм 14 майҙа һаҡланыу сараларын кешеләр күпләп йөрөгән урындарҙа таратасаҡ.
Республика акцияһына ярашлы, медицина битлектәрен алған тәүге ҡалаларҙың береһе – Өфө. Уның ете районының һәр ҡайһыһына бишәр мең һаҡланыу сараһы еткерелгән, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитетының “Беҙҙең хәстәр” проекты ирекмәндәре, Ирекмәндәр хәрәкәтенең республка үҙәге, йәштәр ойошмалары вәкилдәре йәмғиәт урындарында өләшә.
Бөгөн шулай уҡ битлектәрҙе Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында йәшәүселәр ҙә аласаҡ. Ҡалған 20 муниципалитетта иртәгә таратыласаҡ.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева