Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 88 яңы осрағы теркәлгән.
14 майға стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәте Башҡортостанда 1784 COVID19 вирусы инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 9 974 яңы коронавирус осрағы раҫланған, 93 үлем теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 5 527 кеше һауыҡҡан.
Рәсәйҙә 252 245 кеше коронавирус йоҡторған, уларҙың 53 530 һауыҡҡан, 2 305 вафат.