Башҡортостандың ун беренсе класс уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» 29 майҙа яңғырай. Ләкин улар байрамды ғәҙәти булмаған форматта билдәләй. «Башинформ» агентлығына республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, федераль министрлыҡ тәҡдимдәренә ярашлы, «Һуңғы ҡыңғырауҙар» мәктәптә яңғырамай.
«Байрам дистанциялы рәүештә, йәғни уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың туранан-тура бәйләнешенән тыш, мәктәптән йәки кафенан ситтә үткәрелә, — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе. – Муниципалитеттарға онлайн-флешмобтар һәм башҡа дистанциялы саралар уҙғарыу тәҡдимдәре менән хаттар ебәрелде».
Шулай уҡ республика Мәғариф министрлығы етәксеһе урынбаҫары «Һуңғы ҡыңғырау»ҙарҙың һәм сығарылыш кисәләренең дистанциялы форматы дүртенсе һәм туғыҙынсы класс уҡыусыларына, балалар баҡсаларын тамамлаусыларға ҡағылыуын билдәләне. Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, күмәкләп йыйылып, тәбиғәткә сығырға ярамай.
Шуны билдәләп үтәйек: сығарылыш кисәләре буйынса ҡарар ҡабул ителмәгән әле. Мәғариф министрлығында был мәсьәлә буйынса фекер алышыу бара.