Бөтөн кешене өйҙәренә бикләгән тажвирустың ҡотороуы матбуғатҡа 2020 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу барған ваҡытҡа тура килде. Был үҙҡурсаланыш шарттарында бик күп ғаиләләр яратҡан баҫмаларын алдырып, уҡыуҙан мәхрүм ҡалды. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та үҙенең бер сығышында: “Төрлө ялған менән сүпләнгән интернет йыш ҡына кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра, бындай саҡтарҙа матбуғат сараларына таянырға ҡала, ә инде оло быуын өсөн гәзит-журнал күп осраҡтарҙа берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы ла булып тора. Үҙебеҙҙә сыҡҡан матбуғат сараларын иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ!” – тип барыһын да ҡағыҙ баҫмаларға яҙылыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Был мөрәжәғәтте күптәр дәррәү күтәреп алды, эшҡыуарҙар һәм юғары вазифа биләүсе дәүләт эшмәкәрҙәре лә ихлас ҡушылды уға. Әбйәлил районы советы рәйесе Ишморат Шамил улы Әминев районда йәшәүсе 11 балаға “Аманат” журналын 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙҙырып, бүләк итте.
"Аманат" журналы мөхәрририәте Ишморат Шамил улына оло рәхмәт белдерә.
Был изгелек акцияһы артабан да дауам итһен ине. Халҡыбыҙ аҡҡа ҡара менән яҙылған ҡағыҙ баҫманан айырылмаһын, донъяла барған хәлдәр хаҡында ышаныслы сығанаҡтарҙан уҡып, белһен өсөн, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә акцияға ҡушылайыҡ!