+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Май 2020, 12:18

Владимир Путиндың 11 майҙағы сығышы хаҡында

Ил башлығы сығышын нисек ҡабул иткәнен белер өсөн Бөтə Рəсəй йəмəғəт фекерен өйрəнеүсе үҙəк (ВЦИОМ) һораулама үткәргән.

Ил башлығы сығышын нисек ҡабул иткәнен белер өсөн Бөтə Рəсəй йəмəғəт фекерен өйрəнеүсе үҙəк (ВЦИОМ) һораулама үткәргән.
Президенттын сығышын 88 процент Рәсәй халҡы ишеткəн. Шуларҙың 75 проценты ил башлығы сығышы менән ҡəнəғəт. Путин халыҡ проблемаларын яҡшы аңлай тигəн фекерҙəгелəр һаны 66 процент. Халыҡҡа ярҙам рəүешендəге ҡарарҙар бик йылы ҡабул ителде. Əлбиттə, иң яҡшыһы – балаларға 10 мең һум аҡса түлəү тураһында. Быны һорашыуҙа ҡатнашыусыларҙың 95 проценты ыңғай ҡабул иткəн. Эшлəмəгəн граждандарға бала ҡарау пособиеһын ике тапҡырға күтəреүҙе 93 процент кеше хуплай. Ə өс ай буйы өс йəшкə тиклемге һəр балаға 5000 һум түлəүҙе халыҡтың 92 проценты, шəп ҡарар, ти. Әйтергә кәрәк, балалы ғаилəлəргə ярҙам саралары бик ыңғай ҡабул ителə.
Читайте нас: