+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май 2020, 13:19

Эшселәр араһында – коронавирус

Өфөлә “Көнсығыш сығыу юлы” проектын тормошҡа ашырыусы “Лимакмаращавтоюлдары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре араһында коронавирус усағы теркәлгән.

Өфөлә “Көнсығыш сығыу юлы” проектын тормошҡа ашырыусы “Лимакмаращавтоюлдары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Limak Group төрөк компанияһына ҡарай) эшселәре араһында коронавирус усағы теркәлгән: тиҫтәнән ашыу кешене баш ҡала дауаханаларының береһенә оҙатҡандар.
Был хаҡта Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығына һылтанып “Коммерсантъ-Уфа” порталы хәбәр иткән.
Сирләүселәр 5 майҙа уҡ асыҡланған. Улар менән бәйләнештә булған 177 кеше шулай уҡ Өфө обсерваторҙарының береһендә изоляцияланған. “Лимакмаращавтоюлдары” ойошмаһының эше әлегә туҡтатылған.
Мәғлүм булыуынса, апрель аҙағында оҙайлы тәнәфестән һуң “Көнсығыш сығыу юлы”ның 1,2 километр оҙонлоғондағы тоннелендә тау-үткәреү эштәре яңыртылғайны.
Үҙ эсенә тоннелде, Өфө йылғаһы аша эстакадалы күперҙе алған, М-5 һәм М-7 трассаларын тоташтырасаҡ 16 километрлыҡ юлды төҙөү хаҡы 33,5 миллиард һумға төшә. Был эш дүрт йылға иҫәпләнгән. Транспорт коридоры өсөн 19,99 миллиард һумды федераль ҡаҙна бүлһә, 4,5 миллиард һумын республика ҡаҙнаһы ҡапларға тейеш. 9,1 миллирды иһә - концессионер иңендә.
Фото: gtrk.tv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: