+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 18:40

ӨДНТУ "Факультеттар фестивале" үткәрә

Өфө дәүләт нефть-техника университетына уҡырға инергә теләүселәр өсөн "Online факультеттар фестивале" ойоштороласаҡ. Унда ӨДНТУ-ның һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған факультеты, йәки институты хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Сара 19 майҙан 21 майға тиклем бара. Унда уҡырға инеү, уҡыу барышы, аҙаҡ ҡайҙа эшкә урынлашырға була - һәр һорауға яуап табырға мөмкин буласаҡ, шулай уҡ факультет деканы йәки институт директоры менән кәңәшләшергә була
"Факультеттар фестивале" ӨДНТУ-ның Ютубтағы рәсми каналында, график буйынса, сәғәт 18.00 алып 21.00 тиклем уҙғарыла. Унда ҡатнашыу өсөн https://pk.rusoil.net/newsitem/online-festival-fakultetov-ugntu-2020 һылтанмаһы аша инеп, теркәлергә кәрәк.
Сараны үткәреү графигы:
19 май (шишәмбе)
18:00-19:00 Дөйөм фән дисциплиналары факультеты
19:00-20:00 Тау-нефть факультеты
20:00-21:00 Нефть-газ бизнесы институты
20 май (шаршамбы)
18:00-19:00 Иҡтисад һәм сервис институты
19:00-20:00 Үткәргес торба һалыу транспорты факультеты
20:00-21:00 Механика факультеты
21 мая (кесе йома)
18:00-19:00 Архитектура-төҙөлөшө институты
19:00-20:00 Технология факультеты
20:00-21:00 Етештереү просетарын автоматизациялау факультеты
Читайте нас: