+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 12:14

Пионерия көнө менән!

19 май - Пионерия көнө. Ни өсөн пионер булыу маҡтаулы ғәмәл булып һаналған?

Пионерҙар ойошмаһы Советтар Союзында 1922 йылда төҙөлә һәм СССР тарҡалғас, 1991 йылда бөтөрөлә. Уның тарихы былай була: 1921 йылда күп ҡала һәм ауылдарҙа йәш коммунистар ойошмалары барлыҡҡа килә башлай. 1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр союзының 2-се Бөтә Рәсәй конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. 1923 йылдың майында Өфөлә йәштәр союзының 1-се ҡала-район комитеты ҡарамағында пионер отряды ойошторола. 1923-сө йылдың 10 октябре Башҡортостан пионер ойошмаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Был көндө тәүге тапҡыр пионерға алыу тантанаһы үткәрелә.
Пионерға илһөйәрлек, ярҙамсыл, намыҫлы булыу хас. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы, кеселәрҙе яҡлай, ололарҙы ололай белә, белем алыуға ынтыла. Юҡҡа ғынамы 1930 йылдан алып, 60йыл дауамында журналыбыҙ "Пионер" булараҡ донъя күрә! Унда бихисап октябряттар, пионерҙар үҙ ҡәләмен һынап ҡарай, әллә күпме яҙыусы, шағирҙар тәүге ижад емештәрен "Пионер"ҙа күреп, шатлана.
Советтар Союзы күптән тарҡалһа ла, пионерҙар бөгөн дә бар. Башҡортостанда "Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһы 20 йылдан ашыу эшләй. Бөгөн унда яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.
Байрам менән, дуҫтар! Яҡшылыҡ, дөрөҫлөк өсөн һәр ваҡыт алда булайыҡ!
Читайте нас: