Ауыр ваҡыт булһа ла, республикала мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана кеүек объекттарҙы төҙөү дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә уларҙың береһе – Шарандағы мәктәп тураһында яҙҙы.
“Шаранда 250 урынға иҫәпләнгән мәктәп корпусы төҙөлә, ашханаһында бер юлы 250 бала туҡлана аласаҡ. Мәктәп бинаһында башланғыс класс балалары өсөн кабинеттар етмәй, ә ашхана шул тиклем бәләкәй, балаларҙы сират буйынса ашатырға тура килә. Көҙгөһөн яңы корпус файҙаланыуға тапшырылғас, был мәсьәләләр булмаясаҡ. Әле мәктәптә 750 бала белем ала”, – тип ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты республика етәксеһе.
Әйткәндәй, әле илдә “Мәғариф” милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул ил мәғарифының донъяуи кимәлдә көнәркәшлеген тәьмин итеү, дөйөм белем биреү сифаты буйынса донъялағы иң алдынғы ун ил иҫәбенә инеү, Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи нигеҙендә татыу һәм социаль яуаплы тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Рәсәй Президентының май указына ярашлы ҡабул ителгән “Мәғариф” милли проекты эсенә “Заман мәктәбе”, “Һәр баланың уңышы”, “Балалары булған ғаиләләргә ярҙам”, “Һанлы мәғариф мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, ”Йәш һөнәрмәндәр”, “Экспорт мәғарифы” һәм “Һәр кемгә социаль лифттар” федераль проекттары ингән.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.