+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 17:38

Лайфхак: нисек "Яҙыл да бүләк от!" уйынында приз оторға?

350 һумға ғына планшет һатып алып буламы? Булмай, әлбиттә. Әммә ошо хаҡҡа "Аманат"ҡа яҙылһағыҙ, планшет та, телефон да, башҡа бүләктәр ҙа отоп була. Беҙ күп балалы ғаиләләргә нисек итеп "Яҙыл да бүләк от" уйынында еңеү мөмкинлектәрен арттырыу серҙәрен сисәбеҙ.

Журналға яҙылғанда почтальон тик бер генә квитанция бирә. Әммә шул квитанцияның бер нисә күсермәһен эшләп була бит! Купондарҙы журналдан ҡырҡып алыу бер ни тормай - подписка осоронда "Аманат"тың һәр һанында купон баҫыла, шуларҙы йыйып, ғаиләләге һәр бала исеменән тултырып, беҙгә ебәрһәгеҙ, бөтөн купондар ҙа уйында ҡатнаша! Шулай итеп, бер ғаиләнән бер нисә еңеүсе булыуы ла мөмкин.
Үҙҡурсаланыш ваҡытында урамға йыш сығырға кәңәш ителмәй. Шуға квитанция, купонды фотоға төшөрөп, адресығыҙҙы, исем-шәрифегеҙҙе теүәл итеп күрһәтеп, беҙҙең социаль селтәрҙәргә лә ебәрергә була.

"Аманат"ҡа почта аша яҙылыу хаҡы 350 һум 28 тин. Өйҙә ултырып ҡына, https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 йәки https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/998/ һылтанмалары аша инеп, яҙыла алаһығыҙ. Индексы - П2706.
Читайте нас: