Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 89 яңы осрағы теркәлгән.
21 майға стопкоронавирус.рф сайтындағы мәғлүмәткә ярашлы Башҡортостанда 2424 COVID19 вирусы инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 8 849 яңы коронавирус осрағы раҫланған, 127 үлем теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 7 289 кеше һауыҡҡан.
Рәсәйҙә 317 554 кеше коронавирус йоҡторған, шуларҙың 92 681 һауыҡҡан, 3 099 вафат.