-19 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 11:20

"Биләмәнән машиналарығыҙҙы алыуығыҙ һорала"

2020 йылға төҙөкләндереү планы буйынса, Өфөләге Сипайлово торлаҡ-коммуналь идаралығы тарафынан “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ҙур күләмле эш ҡаралған.

2020 йылға төҙөкләндереү планы буйынса, Өфөләге Сипайлово торлаҡ-коммуналь идаралығы тарафынан “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ҙур күләмле эш ҡаралған.
Был программаға түбәндәге адрестар индерелгән: Ҡариҙел йылғаһы буйы урамы, 45, 45/1, 45/2, 45/3, 45/4, 47, 47/1;
Академик Королев урамы, 29, 29/1, 29/2; Юрий Гагарин урамы, 28/1, 28/2, 30; Баязит Бикбай урамындағы 38-се йорт. Шулай итеп, барыһы 41 миллион һумдан ашыу суммаға 15 торлаҡ йорт һәм биш ихата биләмәһе.
Әле ошо эштәрҙе башлау өсөн биләмәләр әҙерләнә: туҡталҡа урындарының буласаҡ ҡоролмалары өсөн ағастар һәм иҫке уйын ҡоролмалары алына. Бынан тыш, балалар өсөн заманса уйын комплекстары, спорт ҡоролмалары, видеокүҙәтеү камералары, эскәмйәләр ҡуйыу һәм башҡа эштәр ҡаралған.
Быйыл 20 майҙа Ю. Гагарин урамындағы ихаталар буйынса объект асыу актына ҡул ҡуйылған. Бөгөн “Юлсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы эш башлаған. Бурыстар теҙмәһе ваҡытынан алда планлаштырылған: милекселәр менән йыйылыштар үткәрелгән һәм ошо районда йәшәгәндәр менән дизайн-проект төҙөлгән һ.б.
Төҙөкләндереү эштәрен Сипайлово торлаҡ-коммуналь хужалығы комплекслы атҡара. Улар барыһын да ваҡытында һәм сифатлы башҡарасаҡ.
Әйткәндәй, Сипайлово торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе Әлфис Гәрәев төҙөкләндерелгән һәм улар эргәһендәге йорттарҙа йәшәгән халыҡҡа: “Барыһын да аңлап ҡабул итеүегеҙҙе, ремонт эштәре барған биләмәнән машиналарығыҙҙы алыуығыҙҙы һорайбыҙ. Күрһәтелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ, әммә улар һәммәһе лә һеҙҙең өсөн атҡарыла”, – тип белдерә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йорт ихаталарында уңайлы мөхит булдырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото: ufacity.info.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в