Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 90 яңы осрағы теркәлгән.
22 майға стопкоронавирус.рф сайтындағы мәғлүмәтенә ҡарағанды Башҡортостанда 2514 COVID19 вирусы инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Шуларҙын 792 кеше һауыҡҡан, 18 вафат.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 8 894 яңы коронавирус осрағы раҫланған, 150 үлем теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 7 144 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда Рәсәйҙә 326 448 кеше коронавирус йоҡторған.