Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2020, 22:35

Башҡортостанда тәрбиәгә бала алған 1300 пенсионер ата-әсә пенсияны индексациялауҙы көтә

Пенсияны мотлаҡ страховкалау тураһындағы федераль законға индерелгән төҙәтмәгә ярашлы, 2020 йылдың 1 июленән бәлиғ булмаған балаларҙың опекуны йәки попечителе булып торған пенсионерҙар индексация менән страховка пенсияһын ала.

Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, үҙгәрештәр килешеү буйынса түләүгә, шул иҫәптән тәрбиәгә бала алған ғаилә тураһында килешеү буйынса үҙ бурыстарын үтәгән һәм эшләп йөрөгән тип иҫәпләнгән опекундарға йәки попечителдәргә ҡағыла.
Индексация ғаризаһыҙ тәртиптә башҡарыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл июлдән республикала тәрбиәгә бала алған 1336 пенсионер ата-әсә индексация менән пенсия ала. Йыл аҙағына тиклем ошо маҡсатҡа сығымдар 35 миллион һумдан артып китә.
Читайте нас в