-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 18:06

Салауатта маугли-бала табылған...

Күҙ алдына килтерегеҙ: ете йәшлек бала һөйләшә лә, уйнай ҙа, йыуына ла белмәһен әле.

Күҙ алдына килтерегеҙ: ете йәшлек бала һөйләшә лә, уйнай ҙа, йыуына ла белмәһен әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай балалар беҙҙең янда ғына йәшәй шул. Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында шундайҙарҙың береһен тапҡандар. Баланы тапҡан фатирҙа свет та, газ да юҡ, унда бик оҙаҡ йылдар бер нимә йыйыштырылмаған...
Бындай баланың әсәһе ниндәй икәнлеген күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Салауат ҡалаһы суды документтарында билдәләнеүенсә, әсә балаһын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәй, бер ҡайҙа ла эшләмәй, иҫерткес эсемлектәр менән артыҡ мауыға. Йәшәгән ере буйынса уға тик кире ҡылыҡһырламалар бирәләр икән.
Бала мәнфәғәттәре яғына ҡала хакимиәте тора. Улар ҡатынды ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн судҡа биргән. Әлеге ваҡытта баланы алғандар һәм социаль приютҡа урынлаштырғандар.
Тик һуң булһа ла, унда әсәлек хистәре уянған, күрәһең. Ҡатын суд ҡарары менән риза булмаған, фатирҙы тәртипкә килтерҙем һәм оҙаҡламай ремонт яһайым тигән.
Нисек кенә булмаһын, суд ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткән. Хәҙер ул балаһын ҡараған өсөн алимент түләргә тейеш.
Ни өсөн хәлде шундай сиккә еткергәндер, аңлашылмай. Балаһын уйлаған әсә һис тә улай итмәҫенә генә бер кем дә шикләнмәй.
Фото: zen.yandex.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в