Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се урта мәктәптә һәм Йомағужа мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең ике мәғариф үҙәге асылды.
– Мәғариф үҙәктәренең маҡсаты – уҡыусыларға белем эстәү барышында уңайлы шарттар булдырыу, – тип һөйләй Күгәрсен районы мәғариф бүлегенең һанлы форматҡа күсеү үҙәге директоры Фәйрүзә Ибраһимова. – Улай ғына ла түгел, заманса смарт-белем биреү, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, информатика, математика, технология дәрестәрен заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар ярҙамында үткәреү.