+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 13:15

Булат Солтангәрәев исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

"Йәшлек" гәзите үткәргән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Кемдәрҙең әҫәрҙәре иң-иңе тип табылған, тиһегеҙме?

Был конкурста башҡорт телендә ижад иткән 10-11 синыф уҡыусылары, лицей, колледж талиптары ҡатнашҡайны. Еңеүселәргә 15, 10 һәм 5 мең һумлыҡ премия инселәнгәйне.
"Йәшлек" гәзите, Башҡортостан журналистар союзы менән берлектә, был конкурсты Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына ойошторҙо. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл ижади бәйгегә йөҙләгән эш ебәрелгән, шуларҙың 30-ҙан ашыуы гәзит биттәрендә донъя күргән.
Беренсе урынға Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Зилия Буранбаева лайыҡ булған. Ул 15 мең һум премияға эйә булды. Икенсе урынды Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында 11-се синыфта белем алыусы Роберт Горбунов менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Нәфисә Торомтаева яуланы. Улар иһә 10-ар мең һум премия менән бүләкләнә. Өсөнсө урынды бер юлы өс уҡыусы бүлеште: Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 10 -сы синыф уҡыусыһы Сәлимә Дәүләтшина, Баҡалы районы 1-се һанлы Баҡалы мәктәбендә 10-сы синыфта белем алыусы Илнар Әхмәтханов һәм Әбйәлил районы Ҡырҙас мәктәбе уҡыусыһы Зәлиә Сәғәҙәтова. Уларға 5-әр мең һум тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, Зәлиә менән Сәлимә - "Аманат"тың тоғро дуҫтары, уларҙың әҫәрҙәре йыш ҡына журнал биттәрендә донъя күрә һәм ҡыҙҙар журналыбыҙҙың әш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булғайнылар. Афарин, дуҫтар!
Фото авторы: Юлай Кәримов
Читайте нас: