+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 14:29

Быйыл лагерҙарҙа ҡағиҙәләр үҙгәрә

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл лагерҙар үҙҡурсаланыш режимының аҙаҡҡы этабында асыласаҡ. Балаларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын даими тикшерәсәктәр, әммә лагерь биләмәһендә битлек кеймәй генә йөрөргә мөмкин буласаҡ. Бының турала ведомство етәксеһе Анна Попова хәбәр итте.

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл лагерҙар үҙҡурсаланыш режимының аҙаҡҡы этабында асыласаҡ. Балаларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын даими тикшерәсәктәр, әммә лагерь биләмәһендә битлек кеймәй генә йөрөргә мөмкин буласаҡ. Бының турала ведомство етәксеһе Анна Попова хәбәр итте.
Балаларҙың ялын ойоштороу буйынса түбәндәге ҡағиҙәләр ғәмәлгә инә:
- балалар үҙҙәре йәшәгән төбәктә генә ял итә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополдә йәшәүселәргә күрше төбәктәргә сығырға мөмкин.
- Төркөмдәрҙә һәм отрядтарҙа балалар һаны ике тапҡырға аҙ буласаҡ. Бер сменала ял итеүселәрҙең барыһы ла лагерға бер көндә урынлашып, аҙаҡ бөтәһе лә бер көндә ҡайтырға сығырға тейеш. Ике смена араһында кәмендә ике көн лагерь биләмәһе буш булырға тейеш.
- Балалар йорттарында, приюттарҙа, .мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр айырым сменала ял итә.
- Смена ваҡытында бер ҡайҙа ла сығып йөрөргә кәңәш ителмәй. Был ҡағиҙә хеҙмәткәрҙәргә лә ҡағыла.
- Хеҙмәткәрҙәргә, лагерь биләмәһенә инер алдынан кәмендә 3 көн алдан коронавирусҡа тест эшләтергә кәрәк буласаҡ.
- Лагерҙарҙа ҙур саралар, ата-әсәләр көндәре үткәрелмәйәсәк. Балалар күп ваҡытты тышта, саф һауала уҙғара.
- Һәр отрядтың үҙ бүлмәһе (бинаһы) булырға тейеш, унда социаль дистанция һаҡлау мотлаҡ – 1,5 м.
- Бүлмәләрҙә, биналарҙа дезинфекция үткәреләсәк. Балаларҙың тән температураһын көн дә дежур табип менән шәфҡәт туташы тикшереп торасаҡ.
- Лагерға балаларҙы алып барғанда һәм унан алып ҡайтҡанда эргәлә сит кеше булмауы шарт. Мәҫәлән, поезд барғанда улар айырым вагонда булырға тейеш. Вокзалдарҙа һәм аэропорттарҙа балалар өсөн “йәшел коридор” булдырыласаҡ.
Күреүебеҙсә, һаналып үткән ҡағиҙәләр араһында лагерҙа мотлаҡ биткә – битлек, ҡулға бирсәткә кейергә кәрәклеге тураһында әйтелмәй. Шулай ҙа гигиена ҡағиҙәләрен оноторға ярамай!
Фото авторы - Рәзил Бикбулатов.
Читайте нас: