+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 13:47

Мәктәп ашханаһында эшләүсе ашнаҡсыларҙы махсус стажировка көтә

Киләһе йылда Башҡортостанда мәктәп ашханаһында эшләүсе ашнаҡсыларҙы хөкүмәт етәкселеге ашханаларына тәжрибә тупларға ебәрәсәктәр.

Киләһе йылда Башҡортостанда мәктәп ашханаһында эшләүсе ашнаҡсыларҙы хөкүмәт ашханаларына тәжрибә тупларға ебәрәсәктәр. Ә етәкселек туҡланған ашханаларҙа эшләгәндәрҙе, киреһенсә, мәктәптәргә ебәрмәкселәр.
Был тәҡдимде Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров туҡланыуҙы ойоштороу буйынса дәүләт һәм муниципаль контракттарҙы үтәүҙы баһалау тураһында ултырыш барышында әйтте.
Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев әйтеүенсә, мағариф һәм тәрбиә, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәт өлкәләрендә туҡланыуҙы ойоштороуҙы яңы учреждение - "Социаль туҡланыу идаралығы" күҙәтәсәк. Идаралыҡ был өлкәләргә ҡараған ойошмаларҙа туҡланыу, аҙыҡ-түлек сыръеһы сифатын контролдә тотасаҡ.
Ултырыш барышында былтыр төбәктә 27,2% аҙыҡ-түлек продукцияһының яраҡһыҙ тип табылыуы тураһында ла һүҙ барҙы.
Нисек уйлайһығыҙ, мәктәп ашханаларында хәлдәр ниндәй яҡҡа үҙгәрер икән?
Фото: Олег Яровиков, "Башинформ" МА.
Читайте нас: